Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Оҙатыу сараһы бөгөн иртән «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрби комиссариат һәм район хакимиәте вәкилдәре ил мәнфәғәтен яҡлап, тыныс киләсәк өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙға еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
Хәрбиҙәр ике аҙна ял иткән. Ошо ваҡыт эсендә улар яҡындары менән осрашырға ла, көнкүреш мәшәҡәттәрен хәл итергә лә өлгөргән. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡта республика ярҙамын тойоп эшләй, үҙҙәре менән гуманитар ярҙам да алғандар. Яугирҙарҙы хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән ойошторола.