Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы Фәнис Хөсәйенов тураһында «Йоҡабаш» йәнһүрәтен, бейеүсе Илнар Хәтмуллин тураһында - документаль һәм тылда хеҙмәт иткән ирекмәндәр хеҙмәтен сағылдырған «Бетеү» нәфис фильмын тәҡдим итте. Тәүге анимацион картина Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың дошман БТР-ын алып ҡасҡан ҡаһарманлығын һүрәтләй. Йәнһүрәт милли көйҙәр менән байытылған. Сибай концерт-театр берләшмәһе артисы Илнар Хәтмуллинға арналған әҫәр уның ғаилә ағзалары, коллегалары менән әңгәмәләрҙе берләштергән. «Бетеү» - ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән, уның режиссеры - Руслан Юлтыев.