Радий Хәбиров яңы асылған Көрәш һарайы әҙерлеге менән танышты

Төбәктә «Рәсәй - спорт державаһы» форумына әҙерлек дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумдың төп майҙансығы - Өфөлә яңы асылған Көрәш һарайы әҙерлеге менән танышты. Ҡеүәтле бинала күргәҙмә һәм экспозиция залы, форум менән идара итеү үҙәге ойошторола. Башҡортостанда 17-19 октябрҙә үтәсәк «Рәсәй - спорт державаһы» форумында донъяның 100 иленән 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.