Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов фән һәм технологиялар тармағында иң яҡшы лауреттарҙы тәбрикләп 150-шәр мең һумлыҡ премиялар тапшырҙы. Киләһе йылдан премия күләменең 500 мең һумға тиклем арттырылыуы көтөлә.
Башҡортостанда йәш ғалимдарҙы дәртләндереү сараһы 2002 йылда булдырылғайны. Премия конкурсы ике йылға бер тапҡыр үткәрелә, уның йомғаҡтары буйынса техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә лауреаттар билдәләнә. Премияға 35 йәшкә тиклемге ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар дәғүә итә ала.