Сәнғәткә һөйөү берләштерә. Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атай, әсәй, мин - музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтте. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 12 ғаиләнең сығышын баһалама комиссияһы менән бергә БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Архангел районынан Өмөтбаевтар ғаиләһе төрлө музыка ҡоралдарында оҫта уйнап, баһалама комиссияһы ағзаларының, тамашасыларҙың күңелен арбаны. «Атай, әсә, мин - музыкаль ғаилә» республика конкурсы финалына улар «Ғүмер байрамы» тип исемләнгән тамаша алып килгән. 87 йәшлек Әсҡәп Солтанова янына балалары ҡайтыу күренеше. Өфөгә тәүгә килгән ханым йәшлек хәтирәләре менән дә уртаҡлашты.
Ғаилә йылы уңайынан уҙғарылған конкурсҡа республика район-ҡалаларынан 62 заявка ҡабул ителгән. Һайлап алыу этабын уңышлы үткән 12 ғаилә финалға саҡырыла. Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге сәхнәһендә сағыу, онотолмаҫ тамаша күрһәтелде. Сығыштарҙы төбәктең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, артистар баһаланы.
«Атай, әсәй, мин - музыкаль ғаилә» республика конкурсы төбәк башлығы Грантына уҙғарыла. Бәйге ғаилә институтын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, ата-әсәләр һәм балаларҙың уртаҡ эшмәкәрлеген ойоштороуға йүнәлтелгән. Сараны ойоштороусылар булараҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге сығыш яһай.
Башҡортостан төйәге күп милләтле халҡы менән дан тота. Конкурстың финалында музыкаға һөйөү төрлө телдәрҙәге йыр-моң аша яңғыраны. Иң яҡшы музыкаль ғаиләләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән бәйге барыһын да бер сәхнәлә берләштереп, яңы ижади еңеүҙәргә илһамландырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина