Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә агросәнәғәт форумында эш башланы

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов трактор, комбайн, ауыл хужалығы агрегаттары күргәҙмәһендә булды. - Республикала 30 яңы һөт фермаһы төҙөү планлаштырыла. Яңы техника кәрәк, - тип белдерҙе ул. Шулай уҡ Белоруссияның "Гомсельмаш", Рәсәйҙең "Ростсельмаш" компаниялары вәкилдәре менән осрашыу булды. Мәскәүҙә "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһе 12 октябргә тиклем дауам итә. Бында Башҡортостан предприятиелары продукцияһы ла күрһәтелгән.