Был турала Республика Хөкүмәте ултырышында белдерелде. Сумманың 6 миллиарды федераль ҡаҙна өлөшө. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл 73 мәғариф үҙәге, 3 балалар технорпаркы асылған. 38 мәктәптә һанлы белем биреү системаһы үҫеше өсөн шарттар булдырылған. Шулай уҡ 43 спорт залы яңыртыла.