Милли йәштәр театры махсус хәрби операция геройҙарына арналған спектакль әҙерләй

Башҡорт труппаһы баш режиссеры Рөстәм Хәкимов белдереүенсә, эш декабрҙә башлана. Пьеса яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың әҫәренә нигеҙләнә. “Хәсән, Хакер һәм Историк ҡушаматлы яугирҙар төп геройҙар була”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Пьесаның консультанты булараҡ алғы һыҙыҡта алышҡан ир-егеттәр саҡырыла. Спектакль премьераһы киләһе йылдың февралендә тәҡдим ителә.