Башҡортостанда киләһе йылда яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан саралар уҙғарыла. Республика Башлығы ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитеты булдырылған. уны премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев етәкләй. Саралар бюджет аҡсаһына һәм ҡаҙнанан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана.