Башҡорт теленән онлайн олимпиаданың икенсе көнө үтә

Тәүге көндә тест һорауҙарына 16 меңдән ашыу кеше яуап биргән. Бөгөн сараға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ихлас ҡушылды. Олимпиада шарттары буйынса улар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Тест әҙәбиәт, тарих, тел кеүек төрлө өлкәне үҙ эсенә ала. Икенсе йыл рәттән үткәрелгән олимпиадала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Проект Башҡортостан башлығы грантына Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыу фонды тарафынан үткәрелә.