Хәйбулла районында Ғәзим Шафиҡовтың хәтер кисәһе үтте

Шағир, прозаик, драматур - ҙур ижадсы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына 85 йыл. Ошо уңайҙан Хәйбулла районында «Ғорурлығы булып Хәйбулланың, мәңге йәшә беҙҙең күңелдә» тип аталған хәтер кисәһе үтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ғәзим Шафиҡовтың исеме мәңгелеккә хәйбуллалар хәтерендә. Ғәзим Ғәзиз улы 1939 йылда Ҡырғыҙстандың Фрунзе ҡалаһында тыуған. Шафиҡовтар ғаиләһе 1951 йылда Хәйбулла районының Әбеш ауылына ҡайтып төпләнә. Ғәзим Ғәзиз улының халҡы тарихына, уның яҙмышына, әҙәбиәтенә булған һөйөү көсө, ижадының тамыры тап Хәйбулла еренән башлана тип билдәләп үтте сараға килгән ҡунаҡтар.

Рус телендә ижад итеүсе, әммә башҡорт рухлы Ғәзим Шафиҡов халҡына аҫыл мираҫ ҡалдыра. Талантлы шәхес республика мәҙәниәтен үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала.

1956 йылда Ғәзим Шафиҡов Аҡъяр урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонан һуң “Ленинсы” гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире булып эшләй. Артабан хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт телерадиокомпанияһында,яҙыусылар союзында дауам итә. Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курстарында белем ала.

Хәтер кисәһе йыр, шиғырҙарға үрелеп барҙы. Сараға килеүсе һәр кем Ғәзим Шафиҡовтың талантлы шағир, прозаик, ялҡынлы публицист, тиңһеҙ тәржемәсе һәм һәләтле драматург булғанына инанды.»Таналыҡ» халыҡ театры актерҙары “Һәҙиә” пьесаһынан өҙөктө лә бик уңышлы сәхнәләштерҙе.

Ғәзим Шафиҡовтың ижади мираҫы бай һәм күп яҡлы. «Намыҫ һәм быуат ҡорбандары»өсөн Ғәзим Ғәзиз улына Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылған. Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу уның шәхесенә һәм ижадына тәрән ихтирам билдәһе.

Гүзәл Борханова