Сухум ҡалаһында аэропорт файҙаланыуға тапшырылғандан һуң Өфөнән Абхазияның баш ҡалаһына самолеттар оса башлай. Әле ике төбәк араһында тура рейс ойоштороу мәсьәләһе өҫтөндә эш бара. Был турала Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашыуҙа белдерҙе.
Фекер алышыу барышында яҡтар халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан менән Абхазия араһындағы хеҙмәттәшлектә төп йүнәлештәрҙең береһе булып туризм тора, - тине Радий Хәбиров. Мәҫәлән, бер төркөм оло быуын вәкилдәре «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында Абхазияға барып ҡайтты. Сәфәр ҡылыусыларҙа ул бик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырған. Аслан Бжания ике аралағы авиабәйләнеште үҫтереү мәсьәләһенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Өфө менән Сухум араһында авиарейс асыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостан халҡының Абхазияға килеүен, сәләмәтлеген нығытыуын һәм беҙҙең ҡояш йылыһында ял итеүен теләйбеҙ, - тип билдәләне Аслан Бжания.