Радий Хәбиров тамаша һуңында үлеменән һуң был юғары исемгә тәҡдим ителгән Илдар Суфияровтың әсәһе, ҡатыны һәм ҡыҙы менән осрашты. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенант Илдар Филарет улы Суфировҡа Рәсәй Геройы исеме биреү тураһындағы указға ил башлығы Владимир Путин 18 августа ҡул ҡуйған. Яҡташыбыҙ апрелдә яуҙаштары менән бер нисә сәғәт дошман һөжүменә ҡаршы тора. Ҡаты бәрелештә Илдар Суфияров бер үҙе иҫән ҡала һәм әсирлеккә бирелмәҫ өсөн үҙен һәм бер төркөм нацистарҙы граната менән шартлата.