Өфө ҡала хакимиәте башлығы Рәсәй Геройы Денис Чернавин менән осрашҡан

Ратмир Мәүлиев был турала социаль селтәрҙә белдергән. “Батырыбыҙ менән күрешеү, уның менән аралашыу ҙур ғорурлыҡ. Уның тормошо Өфө менән тығыҙ бәйләнгән. Денис 1988 йылда атаһы менән бергә баш ҡалабыҙға күсенә. 1995 йылда 128-се мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Өфөләге юғары хәрби авиация училищеһы курсанты була.  “Денис Чернавин махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итте, полк командиры булды. Ул “Аллигатор” Ка-52 вертолетында 500-ҙән ашыу хәрби осош яһаған. Дошман техникаһын, терәк пункттарын һәм һалдаттарын юҡ иткән”, - тип яҙған баш ҡала етәксеһе. Былтыр декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Денис Чернавинды Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне.