Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, сәскә атҡан төйәгебеҙ - Рәсәйҙең ныҡлы терәге. Илебеҙҙең эре сәнәғәт, ауыл хужалығы, фәнни, мәғариф, мәҙәни һәм спорт үҙәге. Йәшәге һәм балалар үҫтерге килгән урын. Был беҙҙең уртаҡ йортобоҙ.
«Байрамың менән , яратҡан Республикам! Ғәзиз әсә кеүек, тыуған ер ҙә берәү генә була. Һәм беҙ уның именлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙ быны булдыра алабыҙ, сөнки татыу, күп милләтле, эшсән, дуҫ ғаиләлә йәшәйбеҙ.
Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормош теләйем. Сәскә атһын Башҡортостаныбыҙ!» тип яҙған Башҡортостан башлығы.