Байрамда баш ҡаланың хеҙмәт алдынғыларына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, өлгөлө ғаиләләргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Илһөйәрлек рухында ойошторолған концертта урындағы үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны, Республика көнөнә бағышланған күргәҙмә эшләне.
«Тулҡын» паркында башҡорт тирмәһе лә ҡоролдо. Милли ризыҡтарҙан әҙерләнгән табын, иҫтәлекле урындар фотогалереяһы, ҡул эштәре күргәҙмәһе тыуған Башҡортостаныбыҙҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырҙы.