Өфөнө йәшелләндереү акцияһы сиктәрендә бөгөн Кольская урамында экологик өмә үтте

Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре йүкә ағастарын ултыртыуҙа ҡатнашты. Ошо рәүешле тағы бер аллеяға нигеҙ һалынды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Назар Нәжми һүҙҙәренә Рим Хәсәнов яҙған йыр тотош баш ҡала урамдарын яңғыратты. Бөгөн «Өфө йүкәләре»нең башҡарылыуы айырыуса урынлы. Яңыртылған Кольская урамында баллы ағастар ултыртылды. Саранан Рамаҙановтар ҙа ситтә ҡалманы. Ғаиләнең 11 айлыҡ ҡыҙҙары ла өмә барышын иғтибар менән күҙәтте.

6 метрлыҡ 24 төп йүкә менән Өфөнөң Октябрь районын «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» тәьмин иткән. Рәткә теҙеп ултыртылған ағастар бөгөндән «Октябрь аллеяһы» исемен йөрөтәсәк. Әйткәндәй, Кольская урамында быйыл капиталь ремонт эштәре үтә. Ул федераль милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

Әйткәндәй, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса көҙгө миҙгелдә генә Өфөнөң Октябрь районында 450-нән ашыу ағас ултыртыу күҙаллана. Кольская урамында үткән экологик өмә шуларҙың береһе. Ҡала халҡы яңы аллеяны Республика көнөнә бүләк булараҡ ҡабул итте.

Азат Ғәлиуллин