Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Республика көнө уңайынан күсмә кубокка футбол буйынса ярыш уҙҙы

«Атайҙар ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы үткәргән спорт сараһы икенсе йыл рәттән ойошторола. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Мәхмүтовтар ғаиләһендә ике ул тәрбиәләнә. Малайҙар төрлө спорт секцияларында, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Әүҙем һәм сәләмәт тормошто үҙ иткән ғаилә башлығы Раян Мәхмүтов футбол ярышында атайҙар командаһы өсөн уйнаһа, улы Фидан уҡыусылар командаһының ҡапҡасыһы булды.

Иҫке Сибай ауылы халҡы спортты үҙ итә. Йәй көндәре футбол, волейбол кеүек уйындарға өҫтөнлөк бирһә, ҡышҡыһын хоккей уйнай. Яҡын ауыл-ҡалаларҙан командалар саҡырып төрлө турнирҙар ойошторола.

«Атайҙар ҡоро»ноң күсмә кубогына ойошторолған ярышта 3 команда ҡатнашты. Футбол аҙаҡҡа тиклем көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа ярышта таһыл һәм тәжрибәле атайҙар командаһы беренсе, уҡыусыларҙан торған йыйылма командалар икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште.

Раушания Рәхимова