Ил президентының ошо турала Указы бар. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Илдар Суфияров Оборона министрлығы менән 2023 йылдың майында контракт төҙөй. Өлкән лейтенант Башҡортостан" полкында взвод командиру була. - Быйыл 12 апрелдә хәрби бурыс үтәгәндә Илдар Суфияров дошманға ҡаршы бер үҙе тороп ҡала. Ул әсирлеккә бирелергә теләмәйенсә граната менән үҙен һәм өс дошман һалдатын шартлата, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.