Өфөлә Зәйнулла Ғәбиҙуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Микробиолог, вирусолог һәм остаз. Өфөлә медицина фәндәре докторы, профессор Зәйнулла Ғәбиҙуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре яраларҙы һәм инфекцияларҙы дауалауҙа яңы ысулдар уйлап таба һәм уларҙы хуриргия практикаһына индерә.

Микроорганизмдарҙың 21 штаммын айырып күрһәтә, улар әле лә инфекция ауырыуҙарын диагностикалауҙа ҡулланыла. Зәйнулла Ғәбиҙуллин 30 йыл дауамында Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология һәм вирусология кафедраһын етәкләй. Уның етәкселегендә 7 докторлыҡ, 25 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана, 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә баҫтырыла, методик тәҡдимдәр, уҡыу әсбәптары сығарыла. Ғалимдың тыуған көнөндә ул йәшәгән йорт бинаһында мемориаль таҡтаташ асыу сараһы үтте.