Республика көнөндә «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары егеттәрҙе байрам менән тәбрикләне

Еңеү һуҡмағы. Республика көнөндә «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе байрам менән тәбрикләне. Ватан һаҡсыларына наградалар тапшырҙы, ут һыҙығындағы командирҙар менән кәңәшмә үткәрҙе. Махсус хәрби операция биләмәһенең Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге урманда, еңеү һуҡмағы буйлап БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин үтте.

Гуманитар ярҙам буйынса Дүртөйлө районынан алынған УАЗ - фермер автомобиле һикәлтәле урман юлынан үтә. Дошман ҡоштары уянғансы тәғәйен урынға барып етеү мөһим. Машинаға алғы һыҙыҡтағылар өсөн аҙыҡ-түлек һыу, генераторҙарға яҙыулыҡ тейәлгән.

Артабан автомобилдә үтеү хәүефле. Дошман дрондары транспорт сараларын һағалап тора. Йөктө алғы һыҙыҡҡа еткереү яугирҙар иңенә төшә.

Фронтта ял көндәре һәм байрамдар юҡ. Егеттәр ауыр ирҙән эшен башҡара.

Шәхси составты республика көнө менән тәбрикләү полк командирының бойороҡтарын еткереү замполитҡа ҡушылған. Тәғәйен урынға барып еткәс тә эш кәңәшмәһе. Фокс ҡушаматлы взвод командиры Иҫке Сибай ауылынан. Ҡушаматаның мәғәнәһе менән ҡыҙыҡһынам.

Командирҙар фекер алышҡан арала яралыларҙы эвакуациялау нөктәһенә барырға тәҡдим иттеләр.Бөрйәндән Ягау ҡушаматлы яугир юл күрһәтә. Бер аҙҙан туҡталырға тура килде. Һауала дрондар ҡыуарған ҡарағай олоно төбөнә йәшенәбеҙ.

«Фокс» ҡушаматлы яугир

Хәүеф һауала ғына түгел аяҡ аҫтында ла. Ерҙә кассеталы боеприпастарҙың ярылмаған өлөштәре.Улар электр лампаһының патрондарын хәтерләтә. Эвакуация нөктәһендә яуҙа йәрәхәт алғандарға тәүге ярҙам күрһәтелә. Блиндажда 18 йәшлек Өфө егете ҡаршы алды. Ҡушаматы Бабах. Гражданкала тактика медицинаһын үҙләштергән.

Дрон-детекторҙар дошман әүҙемлеге тураһында тынмай иҫкәртә. Пилотһыҙ осоу аппаратына ҡаршы беҙҙекеләр көрәш алымдарын даими камиллаштыра. Күптәрен бәреп төшөрәләр, ҡайһы берҙәрен ергә ултыртырға өйрнгәндәр.

Республика көнөндә Победа ҡушаматлы яугир күптән көтөлгән миҙалын түшенә таҡты.

Победа кеүек полктың бөтә яугирҙары ла еңеҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостан 31 мотоуҡсылар полкы егеттәре илебеҙ именлегенең алғы һыҙығында

Рафиҡ Әхмәтшин