Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы Фәнис Хөсәйенов тураһында «Йоҡабаш» йәнһүрәтен, бейеүсе Илнар Хәтмуллин тураһында - документаль һәм тылда хеҙмәт иткән ирекмәндәр хеҙмәтен сағылдырған «Бетеү» нәфис кинокартина тәҡдим итте. Премьераға геройҙарҙың туғандары ла килгәйне. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә.
Бәләкәй Илнар Хәтмуллиндың ҙур сәхнәлә тәүге сығышы. «Генерал Игзаков»ты башҡарғанда оҫта хәрәкәттәренән малайҙың ҙур талант эйәһе булыуын төҫмөрләргә була. Талантлы, төҫкә сибәр, Ватанын яратҡан рухлы башҡорт егете Илнар Хәтмуллин бөгөн арабыҙҙа юҡ. Махсус хәрби операцияға ул мобилизация буйынса эләгә.
Был видеоны күрмәгән кеше аҙҙыр. Башҡортҡа юлда ла, яуҙа ла йыр юлдаш. Яҙма фронттағы башҡа һалдаттарҙы ла рухландырҙы. Документаль фильмға ошо яҙмалар ҙа ингән. Режиссер Радик Килмәмәтов яугирҙы бәләкәй сағынан һуңғы көнөнә тиклем сағылдырған. Һуңғы һулышында ла Илнар Хәтмуллин улының исемен ҡабатлап йән бирә.
Йәнһүрәттә герой ҡурҡыу белмәҫ, батыр итеп һүрәтләнгән. Фәнис Хөсәйенов үҙе тормошта ла, яуҙа шулай була. Яуға ҡыйыу атылғаны өсөн уға «Безбашенный» тип исем дә тағалар. Разведкаларҙың береһендә яугир трофей - дошман БТР-ы һәм «тел» менән ҡайта. 10 минутлыҡ йәнһүрәт милли көйҙәр менән байытылған. Режиссеры - Дамир Мөхәмәтйәров.
«Бетеү» нәфис фильм нигеҙендә ысын ваҡиғалар ята. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән ҡушылырға теләгән ейәнен өләсәһе туҡтатырға тырыша. Бетеүен тартып ала. Хатаһын аңлағас, уны ҡайтарыу юлдарын эҙләй. Фильмда яугирҙарға гуманитар ярҙам туплаған тыл ирекмәндәре хеҙмәте һүрәтләнгән.
«Бетеү» Ишембай районында ҡыҫҡа ваҡытта төшөрөлгән. Фильмда урындағы ауыл халҡы ла ҡатнашҡан. Өс фильмда ла төрлө тарих һәм яҙмыш сағылыш таба. Тик уларҙы бер тема - илһөйәрлек берләштерә.
Рәзилә Ғилметдинова