Башҡортостанда «Кесе Ватан- оло ил» этнографик уйыны үтә

Рәсәйҙең дүрт төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла «Кесе Ватан- оло ил» тип исемләнгән этнографик уйын үтә. Баш ҡалаға республиканың төрлө төбәктәренән 55 команда йыйылды. Үҫмерҙәр ике көн буйы аң-белем кимәле буйынса көс һынаша, эскурсияларға йөрөй, оҫталыҡ дәрестәре ала, төрлө билдәле шәхестәр менән осраша.

Этнографик уйын балаларҙың тыуған яҡты, ил тарихын, географияны, мәҙәниәтте белеүгә һынау. Ул өс этапта үтә. Тәүҙә ҡатнашырға теләүселәр интернет селтәрендә онлайн режимда һорауҙарға яуап бирә. Унда тотош илдән 11 меңдән ашыу бала ҡатнаша. Тәүге һынауҙы үтеүселәр үҙ төбәктәренең баш ҡалаһына финалға йыйыла. Быйыл Өфөлә үткән ҙур уйынға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 440 уҡыусы килгән.

Командалар Кесе Ватан һәм тотош Рәсәй этнографияһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә. Улар башлыса мәктәп программаһынан күпкә айырыла. Шуға ла балаларҙан эрудиция һәм ижади ҡараш талап ителә. Проекттың маҡсаты йәштәрҙә патриотизм тәрбиәләү, атайсалдың тарихы һәм мәҙәниәтенә һөйөү уятыу һәм илдең башҡа төбәктәре үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Үҫмерҙәр әйтеүенсә, проект үҙ маҡсатҡа ирешә.

Зиһен уйындарынан тыш, балаларға милли күңел асыу саралары ла ойошторолған. Улар башҡорт халҡының боронғо шөғәлдәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алды. Уйын сиктәрендә Илдар Бикҡужин иҫтәлегенә арналған фотоконкурс еңеүселәре лә тәбрикләнде. Фойела еңеүселәрҙең ижади эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны. Йәмәғәтселек Илдар Бикҡужинды республикала туризмды үҫтереүсе генә түгел, билдәле фотограф, һәләтле ижадсы булараҡ та белә.