Башҡортостандан ебәрелгән гуманитар ярҙам Курск өлкәһенә барып еткән

Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙа. 5-се конвойҙың ауырлығы 10 тонна самаһы. Халыҡ өсөн йылы кейем, аяҡ кейеме, медицина препараттары, гигиена кәрәк-яраҡтары оҙатылған. “Курск өлкәһендә йәшәүселәр өсөн был мөһим ярҙам. Ылауҙы изге йөрәкле кешеләр тупланы. Башҡортостан Курск менән даими бәйләнештә тора. Беҙ һәр саҡ ярҙам итергә әҙер”, - тип яҙған Максим Забелин.  Ул Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының әүҙем эшен дә билдәләгән.