Ауыл хужалығы экспортын арттырыу маҡсаты ҡуйыла

Башҡортостан 2030 йылға тиклем ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарыуҙы арттырырға ниәтләй. Быйыл республика сит илдәргә 450 мең тонна продукция оҙатҡан. Уның хаҡы 218 миллион долларға баһалана. Ауыл хужалығы тауарҙарын башҡа дәүләттәргә һатыу былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 12 процентҡа артҡан. “2030 йылға тиклем экспортты 650 миллион  долларға еткереү бурысы тора”, - тип белдерҙе вице-премьер - Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов. Бөгөн республика продукцияһы 44 дәүләткә  һатыла. Улар араһында төп урынды Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан һәм Латвия биләй.