“Башнефть” компанияһы Рәсәйҙең һыу ятҡылыҡтарына 102 меңдән ашыу балыҡ ебәргән

2024 йылдың йәйге-көҙгө осоронда компания үҙе эшләгән төбәктәргә  экосистеманы тергеҙеү маҡсатында һыу ятҡылыҡтарына 102 мең 2 йөҙ уҡбалыҡ, муксун, һөмбаш балығын ебәргән.Июлдә Иртыш йылғаһына 2 мең 3 йөҙ ашыу муксун балығы, сентябрҙә Ағиҙел йылғаһына һәм Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына 99 мең 9 йөҙ уҡбалыҡ төшөргәндәр.Был эш дауам итә. Октябрь аҙағына тиклем Ненец автономиялы округында 540-ҡа яҡын һөмбаш һәм Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһына 39 мең уҡбалыҡ ебәреү планлаштырыла.Бөтә эштәр дәүләт контроле, һыу биологик ресурстарын күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткәрелә, улар һыу ятҡылыҡтарын һәм балыҡ сығарыу урындарын билдәләй. “Роснефть” составына ингән “Башнефть” компанияһы һуңғы алты йылда Башҡортостан, Татарстан, Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтары һыу ятҡылыҡтарына компания 5 миллиондан ашыу балыҡ ебәргән. Киләсәк быуын өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау - «Роснефть» компанияһы эшенең айырылғыһыҙ өлөшө. Ойошманың бөтә предприятиеларында  эшмәкәрлек тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү һәм экологик яҡтан таҙа етештереүгә өлгәшеүҙә алдынғылар рәтенә өлгәшеүгә йүнәлтелгән.