Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылы халҡы дәүләт программаһын ярҙамында йәшәү шарттарын яҡшырта

Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылында йәшәүселәр ике йыл дауамында «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнаша. Былтыр улар мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләрен алмаштырыу маҡсатында дәүләттән бер миллион 100 мең һум ала. Быйыл янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гараж төҙөү идеяһына аҡсалата ярҙам бүленә. Әлеге ваҡытта бина төҙөлгән, уны ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыу һәм ишек ҡуйыу кеүек эштәр ҡалған.

Йылбулаҡтамаҡ ауыл советына ҡараған Ҡасҡын ауылы күршеләренең уңышын ҡабатламаҡсы. Киләһе йыл «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы буйынса Салауат Юлаев урамын тәртипкә килтереү күҙаллана. 360 метр оҙонлоҡтағы урам Дим йылғаһына илтә, шуға күрә йәйгеһен ял итергә йөрөүселәр тап ошо урамдан йөрөй.