Өфөлә Урал һәм Волга буйы федераль округы эшҡыуарҙарының «Эшлекле абруй» федераль премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Абруйлы конкурстың гран-приһына Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәре лайыҡ булды.
«Эшлекле абруй» федераль премияһы икенсе йыл рәттән бизнес менән шөғөлләнгән ҡатын -ҡыҙҙарға тапшырыла. Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн 1 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Еңеүселәр 15 номинация буйынса билдәләнгән. Ә гран-приға Силәбе өлкәһенән Виктория Загорнова менән Башҡортостандан Евразия фән-мәғариф үҙәгенең белем биреү үҙәге директоры Наталья Латыпова лайыҡ булды. Уларға федераль премия бағыусыларынан ҡиимәтле бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ил кимәлендәге премияны тапшырыу тантанаһы тап Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел, республика инвестиция климаты буйынса алдынғы урынды биләй.Ә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был сара тәжрибә урталашыу, аралашыу майҙаны булып тора.