Ауылда ла ҡалалағыса фитнес-аэробика менән шөғөлләнергә мөмкин, ти Саҡмағош районының Ҡарайерек ауылы ҡатын-ҡыҙҙары. Дөрөҫ күнекмәләр спорт залында түгел, ә мәҙәниәт йортонда үтә. Ләкин махсус бинаның булмауы сәләмәт тормош алып барыу өсөн бер нисек тә ҡамасауламай. Хаҡлы ялдағы ханымдар аҙнаһына бер-нисә тапҡыр фитнес менән шөғөлләнә. Аэробика менән шөғөлләнеселәрҙе пенсионерҙар тимәҫһең дә. Улар йәштәр көнләшерлек хәрәкәттәр менән алтмыштан һуң тормош башлана ғына икәнлеген иҫбатлай.
Иң йәше 45, иң өлкәне 73 йәштә. Ҡатын-ҡыҙҙар әйтеүенсә, сәләмәтлекте табиптарға йөрөү түгел, ә көндәлек физик шөғөл яҡшырта. Йөрәк яҡшыраҡ эшләй, ҡан тамырҙары таҙара. Ә иң мөһиме кәйеф яҡшыра, ти ханымдар.