Фаза ҡушаматлы яугирға Суворов миҙалы тапшырылған

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙған. Фаза “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Ғази Заһитов исемендәге штурм отрядында хеҙмәт итә. Суворов миҙалы уға махсус операция биләмәһендә бирелгән икенсе награда.