Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы буйынса түләүҙе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға - йорт, фатир, өй төҙөү өсөн участка һатып алыуға һәм төҙөлөшкә тотонорға мөмкин. Шулай уҡ 1 миллион һумға автомобиль һатып алырға, юғары йәки өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡып сығырға мөмкин. Был программа менән Ейәнсура районынан 7 тренер файҙаланған.
Фәнис Сөләймәнов - баскетбол буйынса тренер. Иҫәнғол ауылының “Сая” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ул ике төркөм алып бара, 30-ҙан ашыу малайға туп уйнау серҙәрен аса. Уның һүҙҙәренсә, яҡшы һөҙөмтәләрҙең нигеҙе - тырышлыҡ. Шуға күрә йәйге каникул ваҡытында ла күнекмәләр туҡтатылмаған. Әйткәндәй, Фәнис Салауат улы тыуған яғына эшкә ҡайтып, “Ауыл тренеры” программаһы менән файҙаланған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЗаманса майҙансыҡта тренировкалар аҙнаһына бер нисә тапҡыр үткәрелә. Уҡыу йылы башланыу менән командаларҙы ярыштар көтә. Унда уйынсылар Ейәнсура районы исеменә тап төшөрмәҫкә тырыша. Иң ҙур еңеүҙәренең береһе - ул “Ҡыҙғылт-һары туп” чемпиондар лигаһында ҡатнашыу. Борай районында үткән ярышта улар беренсе урынға лайыҡ булған. Уҡыусы Азат Аҡъюлов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ауыл тренеры” программаһы Башҡортостанда тәүге тапҡыр республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда эшләй башланы. Ауыл ерендә эшләүсе спорт өлкәһендәге белгестәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программа хәҙер Рәсәйҙең 24 төбәгендә тормошҡа ашырыла. 2023 йылдан компенсация күләме 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Ошо ваҡыт эсендә Ейәнсура районынан ете белгес ярҙам менән файҙаланған да инде. Улар милли һәм спорт көрәше, баскетбол, волейбол, лапта, йөҙөү буйынса ике тренер. Район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлеге етәксеһе Венер Сабитов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ауыл тренеры” программаһы ярҙамында Ейәнсура районында ғына түгел, республиканың башҡа райондарында ла спорт өлкәһе яңы һулыш ала. Тренерҙар ауыл еренә күсә, унда йәшәй башлау өсөн аҡсалата ярҙа алып, спорт төрҙөрен үҫтерә. Балалар ҙа бушлай шөғөлләнә. Йәш спортсылар үҙ сиратында һынатмай, республика һәм халыҡ-ара ярыштарҙа уңыштар күрһәтә.
Автор: "Юлдаш" радиоһы