Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет составына индерелде. Был туралаға указға Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Радий Хәбировтан тыш, советты Мәскәү, Силәбе, Тула өлкәләре губернаторҙары, Рәсәй тимер юлдары етәксеһе Олег Белозеров, Конькиҙа фигуралы шыуыу федерацияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Антон Сихарулидзе тулыландырҙы.
Башҡортостандың Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күләмдәге саралар үткәреү һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур тәжрибәһе бар. Былтыр ғына Өфөлә йәйге сурдлимпия уйындары, этник спорт төрҙәре фестивале, Белоруссия һәм Башҡортостан төбәктәре форумы сиктәрендә мәктәп спорты фестивале ойошторолдо. Быйыл республика Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһын һәм терәк-хәрәкәт аппараты йәрәхәтләнгән инвалид балалар өсөн йәйге спартакиада үткәрҙе. Республикала ил күләмендә уникаль «Ауыл тренеры» төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Ул спорт хеҙмәткәрҙәренә 1 миллион һум күләмендә түләүҙе күҙ уңында тота.