Мәскәүҙә «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостанда баҫыусылыҡ миҙгеленә йомғаҡ яһалды

Республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым күләме 3 миллион тоннанан артасаҡ. Ни тиһәң дә, йәй еңелдән булманы. 2 ай туҡтауһыҙ яуған ямғыр тупраҡтың саманан тыш дымланыуына килтерҙе. Быға бәйле республиканың барлыҡ райондарында ла ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Шул уҡ ваҡытта 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса майлы культураларҙың тулайым күләме 600 мең тонна тирәһе, шәкәр сөгөлдөрө 2 ярым миллион тонна тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Татлы тамырҙың гектар ҡеүәте рекордлы 460 центнер. Техника паркын яңыртыу ҙа дауам итә. Быйыл аграрийҙар 1900 берәмеккә яҡын техника һатып алған.