Ыҙғыш-талаш, эскелек. Өфөлә газ шартлаған йортта йәшәүселәр бәхетһеҙ осраҡҡа аптырамай ҙа. Фатир хужаһы асоциаль тормош алып бара. Күршеләре уға бер нисә тапҡыр ялыу яҙып ҡарай. Был ваҡиғанан һуң ир ҡулға алынған, ул кеше үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр менән нимә булыр һәм уларға властар ниндәй ярҙам вәғәҙә итә? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Әминевтар ғаиләһе был көндә ауылда була. Иртә яҙҙан ҡар төшкәнгә тиклем баҡса мәшәҡәттәре менән ҡайнаған мәлдә ҡалалағы фатир буш тора. Шуға ғаиләгә күршеләренең шылтыратыуы аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тойола. Күп фатирлы йортта газ шартлаған.
Янған стеналар, ватылған тәҙрәләр. Әлеге ваҡытта Ладыгин урамы 13 кәсер 1 адресы буйынса урынлашҡан йортта ошондай күренеш. Әхмәҙиевтар өсөнсө ҡатта, газ шартлаған фатирҙың өҫтөндә генә йәшәй. Тап улар газ еҫен һиҙеп авария хеҙмәтен саҡыртҡан була, ләкин бәхетһеҙ осраҡты алдан иҫкәртеп өлгөрмәйҙәр. Шартлау мәлен видеокүҙәтеү камераһы яҙҙырған. Кадрҙан күренеүенсә, уның тулҡыны подъезд ишектәрен, тәҙрәләрҙе, балконды атып бәрә, унан һуң янғын башлана.
Фатир хужаһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләмәү сәбәпле, зәңгәр яғыулыҡтан өҙөлгән була. Үҙаллы газ торбаһына ҡуйылған тығынды һүтеп, күршеһенә булған шәхсән нәфрәте арҡаһында уны үлтерергә маташа. Һөҙөмтәлә 64 йәшлек ғәйепләнеүсе һәм ҡазаға тарыған 31 йәшлек Ирина Латиповаға медицина ярҙамы талап ителә. Ҡатын әле ғаиләһе һәм ике бесәйе менән ваҡытлыса тораҡ пунктында.
Дөйөм бәлә күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе берләштергән. Кешеләр бер-береһенә ярҙам итә. Әминевтар ғаиләһе лә, ниһайәт, тәҙрә аша үҙ фатирына инә алды.
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙе күсерелгән. Берәүҙәр туғандарында, икенселәр хакимиәт биргән ваҡытлыса йәшәү урынына урынлашҡан. Улар барыһы ла 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Ә инде эксперттар баһаһынан һуң, фатирҙарға килгән зыян күләме лә ҡайтарыла.
Әлфинә Килдейәрова