Өфө ҡала хакимиәте Оборона министрлығы менән Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен арттырҙы. Бығаса ул 300 мең һум тәшкил итһә, хәҙер - 400 мең һум. Был туралағы ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.
«Түләү 2024 йылдың 15 октябренән ҡала биләмәһендә урынлашҡан хәрби комиссариаттарҙың береһенә мөрәжәғәт иткән граждандарға бирелә. Уны алыу өсөн баш ҡала районы хакимиәтенә йәшәгән урын буйынса ғариза яҙырға кәрәк», - тиелә мэрия белдереүендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктән түләүҙәр суммаһы - 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем арттырылды. Шулай итеп, контракт төҙөгәндән һуң бер тапҡыр бирелә торған дөйөм сумма 1 миллион 305 мең һумға етә. Уның 400 меңе - Оборона министрлығынан, 505 меңе - Башҡортостандан, 400 меңе - Өфөнән.