Хәрби бурысын үтәүселәрҙе ҡеүәтләп, Еңеүгә әйҙәү. Өфөнөң Октябрь районы бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был юлы алғы һыҙыҡтағыларға транспорт өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән әйберҙәр тупланған. Афған һуғышы ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы иһә яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса «УАЗ» автомобиле һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла әҙерләгән. Гуманитар ылау туплауҙа Октябрь районы халҡы менән бергә, төрлө дәүләт, йәмәғәт һәм сауҙа ойошмалары ла ҡатнашҡан.