Әбйәлилдәр Шафиҡ Әминев Тамьяни менән Шәғәле Шаҡмандың исемдәрен мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерҙе

Тарихи шәхестәргә ихтирам. Әбйәлилдәр тамьян ырыуының арҙаҡлы шәхестәре мәғрифәтсе Шафиҡ Әминев Тамьяни менән Шәғәле Шаҡмандың исемдәрен мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерҙе. Әбйәлил районында уҙған саралар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Асҡар ауылындағы сара райондың үҙәк китапханаһы бинаһы алдында ойошторолдо. Унда күренекле сәсән Шафиҡ Әминев-Тамьяни иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Мәрмәр таҡтаташты асыу хоҡуғы ейәне Ишморат Әминев менән сәсәниә Гөлнур Мәмлиеваға йөкмәтелде.

Халыҡ араһында мулла Шафиҡ Әминев Тамьяни уҡымышлы, сәсән телле булыуы менән абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Шафиҡ мулла хәҙерге Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылында тыуған. Ғаиләге баш балаға үкһеҙ етем тороп ҡалған туғандарын да бағырға тура килә. Ауылында башланғыс белем алғандан һуң, зирәк үҫмер Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевта белем эстәй. Хәтер һәм хөрмәт сараһында сәсән Шафиҡ Әминев Тамьяниҙың әҫәрҙәре башҡарылды.

Әбйәлил районы Юлдаш ауылына ингән иң бейек урында иһә Тамъян ырыуы башлығы, тархан Шәғәле Шаҡман иҫтәлегенә таҡтаташ беркетелде. Уны асыу хоҡуғы Әбйәлил районы Тамьяндар ырыуы башлығы Ишморат Әминев менән Шәғәле Шаҡман вариҫы Денис Сәйетғәлинға бирелде.

Таҡтаташ асыу сараһында тархан рухына Ҡөрьян аяттары бағышланды. Артабан район советы секретары, Әбйәлил районы тамьяндар ырыуы ҡороноң комитеты ағзаһы Булат Исламбаев Шәғәли Шаҡман иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыуҙа әүҙем ярҙам итеүселәргә «Рәхмәт» хаттарын тапшырҙы.

Шәғәле Шаҡман - рус һәм башҡорт халыҡтары араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыусы, башҡорт халҡының мәнфәғәттәрен яҡлаусы бөйөк тарихи шәхес булған. Үҫәргән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ ырыуҙары башлыҡтары менән бергә 1555-1557 йылдарҙа Аҡ батша - Иван Грозныйға барып, үҙ ихтыяры менән Рус дәүләтенә ҡушыла. Һөҙөмтәлә ул Иван Грозныйҙан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы тураһында жалованный грамота ала, уға «тархан» исеме бирелә Был халыҡтың артабанғы хәүефһеҙлеген һәм әкренләп ултыраҡ тормошҡа күсеүен тәьмин иткән. Шулай итеп, күпте күргән, ил гиҙгән Шәғәле Шаҡман тархан күсмә тормош алып барған тамъяндарҙы йылы өйҙәр эшләүгә, ауыл-ауыл булып ултырырға күндереп, ултыраҡ тормош көтөүгә әйҙәүселәрҙең береһе булған.

Гүзәл Борханова