Республикала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы конкурсына старт бирелә

Башҡортостанда йәшәүселәр октябрҙән башлап киләһе йылдың ғинуарына тиклем ярышта ҡатнаша ала. Йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын әҙерләү буйынса консультация алырға була. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы социальь мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Проектты тормошҡа ашырыуға республика һәм муниципалитет бюджетынан сығымдар ҡарала. Аҡсаның бер өлөшөн халыҡ тупларға тейеш. Һуңғы 5 йылда 3 меңдән ашыу эш башҡарылған. Белгестәр киләһе йылдың ғинуарына тиклем эш көндәрендә консультация бирә. Осрашыу Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә үтә.