Салауат районы Ахун ауылында яңы медицина пункты асылды

Ул Һаулыҡ һаҡлау милли проектына ярашлы төҙөлгән. Модулле фельдшер-акушер пунктында сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинектәр булдырылған. Арбала йөрөгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Пациенттарҙы фельдшер Сания Сәфәрғәлина ҡабул итә. Ул 40 йылдан ашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй.