Быйыл "ЮлдашХит" йыр фестивале ике көн була

Тамаша 28 һәм 29 ноябрҙә үтә,  “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Концертта популяр артистар сығыш яһай. Улар “Юлдаш” радиоһы эфирында барған “Хиттар парадында” еңеү яулаған йырҙарын башҡара. Тамаша 6 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә танышырға мөмкин.