Торлаҡ йорттарҙа клубтар урында йәшәүселәр рөхсәте менән генә асылырға тейеш

Республика парламенты федераль законға төҙәтмәләр тәҡдим итә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, проект  компьютер, уйын, күңел асыу үҙәктәрен асыуға ҡағылышлы. Рөхсәт йортта йәшәүселәрҙен дөйөм йыйылышында бирелергә тейеш була. Әле бындай клубтар урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр йыш ҡына көслө музыка, тауышҡа зарлана.