Республикала "Алға - экспортҡа" тигән программа әҙерләнгән. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, алдағы йылдарҙа сәнәғәт продукцияһы экспортын 2 миллиард 800 миллион долларға еткереү маҡсаты ҡуйыла. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ярты йылда 12 ярым процентҡа артҡан.