Өфөләге Шаҡша күпере ябылыуға бәйле өҫтәмә электричкалар йөрөйәсәк

3 яңы поезд Дим-Шаҡша-Иглин маршрутына сыға, тип хәбәр итәләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан. 21 октябрҙән Шаҡша күперендә машиналар йөрөшө бер айға тулыһынса туҡтатыла. Ошо ваҡытта Өфө агломерацияһында 54 ҡала яны поезы йөрөйәсәк. Күперҙә капиталь ремонт уҙған йылда башланды, эштәрҙе киләһе йылда тамамлау көтөлә.