«Башнефть» автомобиль паркын файҙаланыу өсөн идара итеү үҙәген ойошторҙо

Яҡынса баһалауҙар буйынса, яңы инновация индереүҙән иҡтисади һөҙөмтә йыл һайын 350 миллион һум буласаҡ. «Башнефть-Добыча» предприятиеһы белгестәре ойошторған транспорт менән идара итеү үҙәге машиналарҙың эшен онлайн режимда көйләүгә булышлыҡ итә. Үҙәккә ойошманың технологик йәки башҡа автомобилдәре тураһында бөтә мәғлүмәт килә: заказдарҙы үтәү урыны, статусы, водителдәр менән бәйләнеш һәм башҡалар. Система бер смена эсендә компанияның бер нисә предприятиеһының транспорт ихтыяжын тәьмин итә ала. Үҙәккә Башҡортостан Республикаһында һәм уға яҡын төбәктәрҙә эшләгән «Роснефть» сервис предприятиеһының «Башнефть-Строй», «РН-Бурение», «РН-Сервис», «РН-РЕМОНТ НПО» һәм «РН-Транспорт» ойошмалары тоташтырылған. Инновацион технологияны ҡулланыу автопаркты һәм дөйөм етештереү процестарының һөҙөмтәлелеген арттырыуға мөмкинлек бирә.

”Роснефть” эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә лә цифрлаштырыуға иҫәп тота, ул компания стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.