Ауылда шулай уҡ мәктәп өсөн газ ҡаҙанлығы төҙөлә. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Темәс ауылынан Әмин, Үрге Иҙрис, Түбәнге Иҙрис, Муллаҡай һәм Ҡолсора ауылдарына тиклем 11,4 километр оҙонлоҡтағы ҡасаба-ара газүткрәгес был биләмәләрҙә 568 торлаҡ йорт һәм 6 ҡаҙанлыҡты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мөмкинлеге бирә.
Газ үткәргес ваҡытында «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән ҡул ҡуйылған «2021-2025 йылдарҙа республикала газ тәьминәте һәм газификацияны үҫтереү программаһы» буйынса төҙөлдө. Документта Башҡортостанда газ инфраструктураһы объекттарын проектлау һәм төҙөүгә 30 миллиард һумлыҡ инвестициялар ҡаралған, был суммманың 26,88 миллиард һумы компанияныҡы. Программа 85 ҡасаба-ара һәм 181 эске газ үткәргес төҙөүҙе үҙ эсенә ала. 2021 йылдан республикала 34 ҡасаба-ара һәм 115 эске газ үткәргес сафҡа инде. Һөҙөмтәлә 14 138 йорт газға тоташты. Быйыл йыл аҙағына тиилем Учалы, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас һәм Салауат райондарында тағы ла 6 ҡасаба-ара һәм 25 эске газүткәргес тапшырыу планлаштырыла. Был һандар артында республикала йәшәүселәрҙең уңайлығы тора, уларҙың йорттары, клубтар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары тәбиғи газ менән йылытылыуын аңлата, тип яҙған төбәк етәксеһе.