Архангел районы Максим Горький ауылында махсус хәрби операция ғаиләләре клубы асылды

Ауыл хакимиәте бинаһында яугирҙарҙың ҡатындары һәм әсәләре өсөн махсус үҙәк тә төҙөлгән. Ойоштороусылар буш бүлмәне ремонтлап, өҫтәл, ултырғыстар ҡуйған. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар бында аралаша, психолог менән әңгәмәләшеп, төрлө тематик саралар ойоштора ала. Бынан тыш, үҙәктә «Ватан һаҡсылары» ойошмаһы белгестәре менән осрашыуҙар планлаштырылған. Йәмғеһе Арх-Латыш ауыл советынан махсус хәрби операцияла 60 яугир хеҙмәт итә. Киләсәктә урында махсус хәрби операция музейы ойоштороу мәсьәләһе лә ҡарала.