Башҡортостан кинематографистар берлеге бер юлы өс юбилярҙы тәбрикләне

Ваҡытында улар барыһы ла республикала кино һәм телевидение тармаҡтары үҫешенә тос өлөш индергән. Сара уңайынан Рәсәй телевидениеһы ветераны Марсэн Мөхәмәҙиевтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Уның 40 йыл ғүмере Башҡортостан телевидениеһы тарихы менән тығыҙ бәйле. Әммә видеокамеранан башҡа, Марсэн Мөхәмәҙиев тормошҡа фотоаппарат объективы аша ла ҡарарға ярата. Тик уның эштәре һуңғы йылдарҙа ғына киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителде. Бөгөн коллегабыҙҙың дүртенсе шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо. Уларҙа төрлө йылдарҙа эшләгән телевидение хеҙмәткәрҙәре төшөрөлгән.