Тәгәрмәсте алмаштырырға ваҡыт. Республикала һауа торошо һыуытыу менән автоһәүәҫкәрҙәр өсөн көҙгө мәшәҡәттәр башланды. Һауа температураһының үҙгәреүе боҙлауыҡҡа сәбәпсе була, бигерәк тә иртәнге һәм төнгө сәғәттәрҙә. Белгестәр нимә кәңәш итә? Тимер атты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү өсөн тәгәрмәстәрҙе ҡасан алмаштырырға? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортжында.
Шиномонтажда эшләүселәр өсөн ҡыҙыу осор етте. Ҡыш яҡынлашыу менән эш графигы ла, клиенттар һаны ла үҙгәрә. Сират әле улай уҡ күп түгел. Күп кенә автосервистар уңайлы булһын өсөн алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә. Шулай ҙа көндән-көн хәүефһеҙлеген хәстәрләгән водителдәр арта. Шәхси автомобилдәрҙән тыш, хеҙмәт машиналары ла ҡыш миҙгеленә әҙерләнә.
Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы ла «резинаны оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа» кәңәш итә. Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә юлда йөрөү тәртибен үҙгәртергә: алдағы, ян-яҡтағы транспорт менән араны арттырырға, тиҙлек режимын үтәргә, ҡапыл боролмаҫҡа һәм туҡтамаҫҡа тәҡдим ителә.
Синоптиктар ҙа юлға сығыр алдынан мотлаҡ автомобилде тикшерергә, ә трассала дистанция һаҡларға, көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк тигән фекерҙә. Аҙна аҙағында республика биләмәһенә антициклон килеүе һәм төндә һауа торошо 11 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә.
Йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырыуҙың билдәле бер датаһы юҡ. Һәр водитель һауа торошона ҡарап үҙе хәл итә. Әммә боҙ өҫтөнән йәйге резинала шыуғансы, ҡышҡыһында йөрөү яҡшыраҡ, тип иҫкәртә белгестәр.
Әлфинә Килдейәрова