Көнбағыш майҙандарының 47 проценты эшкәртелгән

Башҡортостанда майды культуралар урыу дауам итә. Быйыл ул 315 мең гектартҙа сәселгән. Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарының береһе көнбағыш урыуҙы тамамлау алдында. Йәй ямғырлы булыуға бәйле, майлы культура уңышы юғары . Ә шул уҡ ваҡытта иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ныҡ ҡына зыян күргән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Тиҫтәләп комбайн көҙгө баҫыуҙы иңләй. Улар көнбағыш аша күренмәй ҙә тиерлек. Быйыл майлы культура аграрийҙарҙы мул уңыш менән ҡыуандыра. Ике метрҙан ашҡан көнбағыштың орлоғо ла сифатлы. Ҡояшлы көндәр, эшсе ҡулдар ғына етһен. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ районының «Дружба» хужалығына зарланырға түгел. 30 йыл самаһы мәғариф системаһында эшләгән Хәлил Ғәбиҙуллин мәҫәлән, хаҡлы ялға сыҡҡас та урындағы хужалыҡҡа эшкә төшә.

Әйткәндәй, миҙгел хужалыҡ өсөн еңелдән бирелмәне. Саманан тыш яуым-төшөмгә бәйле уңыштың 13% юғалған. Уларҙың 70 проценты борсаҡ, ә 20-е ужым культуралары. Әле лә баҫыуҙарҙа ямғыр эҙемтәләре күренә.

Ураҡ эштәренән һуң, һөрөлгән ерҙәр мамыҡ һымаҡ була. Әммә, ҡойма ямғырҙар эҙемтәһендә ул кәҫләнгән. Былай ғына ваҡлармын тимә. Яҙғыһын өҫтәмә сығымдар менән тейешле кимәлгә еткерербеҙ тип уйлайбыҙ.

Виктор Бульц, Стәрлетамаҡ районының баш агрономы

Ә майлы культура ямғырҙарға ҡойонған тип әйтергә кәрәк. Бөгөн тейешле дүрт гектар майҙандың яртыһында эш тамамланып, өс мең тонна самаһы келәттәргә тултырылған да инде. Яҡын арала көнбағыш республика заводтарына оҙатылыр тип көтөлә. Шулай уҡ экспортҡа сығарыу ҙа күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин