«Һаҡсы» тип аталған үҙәктә ир-егеттәр «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтеп, банк картаһы асып, документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Ватан һаҡсыларына ике тәүлеккә тиклем бушлай йәшәү шарттары , өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Быға тиклем контракт килешеүе төҙөү өсөн бер нисә адрес үтергә тура килһә хәҙер егеттәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөнөң «Черемушки» һауыҡтырыу шифаханаһы ир-егеттәр менән тулы. «Һаҡсы» тип аталған үҙәк асылыу менән бында хәрби контракт төҙөргә теләүселәр күпләп йыйылған. Буласаҡ Ватан һаҡсылары контракт килешеүен бер көн эсендә төҙөп алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Быға тиклем күп адрестар буйынса документ туплап йөрөргә кәрәкмәй - бөтә хеҙмәттәр бер урында, бер көн эсендә үткәрелә.
Үҙәктә анализдарҙы тапшырып, медицина тикшереүе үтеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Хәрби контракт төҙөүсегә үҙе менән документ һәм юлға сығыу өсөн кәрәк-яраҡ ҡына алырға кәрәк. Килешеү теркәлгәс тә яугирҙар алғы һыҙыҡҡа юллана.
Өфө ҡала хакимиәте Оборона министрлығы менән Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен арттырҙы. Бығаса ул 300 мең һум тәшкил итһә, хәҙер - 400 мең һум. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктән түләүҙәр суммаһы - 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем арттырылды. Шулай итеп, контракт төҙөгәндән һуң бер тапҡыр бирелә торған дөйөм сумма 1 миллион 305 мең һумға етә. Уның 400 меңе - Оборона министрлығынан, 505 меңе - Башҡортостандан, 400 меңе - Өфөнән.
Флорида Ким